Өфөнөң Орджоникидзе районында 55 йәштән өлкәнерәк граждандар өсөн ял үҙәге ойошторолоуға-8 йыл. Ошо ваҡыт эсендә түңәрәктәр һаны өс тапҡырға артып, ярты меңдән ашыу пенсионерҙы берләштергән. Өлкән йәштәгеләр төрлө ижади проекттарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып уңыштырға ирешкән. Хаҡлы ялда ла әүҙем тормош алып барған замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
Сәпкә тейер өсөн күнекмәләргә даими йөрөргә кәрәк. Өфөнән Ризәлә Фәстиева мауыҡтырғыс спорт уйыны менән өсөнсө йыл шөғөлләнә. «Көмөш йәштәгеләр» араһында дартс буйынса ярыштарҙа призлы урындар яулаған. Ханым билдәләүенсә, күнекмәләрҙән һуң хәрәкәт итеү координацияһы яҡшырған, моториканы үҫтереү, кәйефте күтәреү йәһәтенән дә яҡшы шөғөл.
Өфөнөң Орджоникидзе районында 55 йәштән өлкәнерәк граждандар өсөн ял итеү үҙәге 2018 йылда ойошторолған. Бөгөн бында хаҡлы ялдағылар өсөн тиҫтәләгән түңәрәк-студия эшләй, спорт-һауыҡтырыу, мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға мөмкин. Туризм-экскурсия йүнәлеше лә үҫешә. Былтыр ғына «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса ойошторолған экскурсия-походтарға меңгә яҡын пенсионер йәлеп ителгән.
Ял үҙәгендә республиканың тарихы, географияһы, геологик үҙенсәлектәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белергә мөмкин, хәтерҙе, иғтибарҙы, телмәрҙе яҡшыртыу буйынса күнекмәләр ойошторола. Пенсионерҙар айырыуса нейробика дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөй, интеллектуаль уйындарҙа әүҙем ҡатнаша.
Проектта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, үҙәккә улар эшкә йөрөгән кеүек көн һайын йөрөп, яңы шөғөл үҙләштерә. Иң мөһиме, өйҙә бикләнеп ултырмайбыҙ, аралашыу, фекер алышыу өсөн ҡала шарттарында уңайлы майҙансыҡ булдырылған,-ти улар
Гөлназ Хәйбуллина



