Башҡортостан инвесторҙар өсөн асыҡ төбәк тип танылды

Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәге эксперттары шундай һығымтаға килгән. Улар Росстат, АСИ һәм Expert рейтингтары мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп «Рәсәй төбәктәренең инвестиция сәйәсәте: төп тенденциялар һәм күҙаллауҙар» докладын тәҡдим итте. Тикшеренеү йомғаҡтары буйынса, республика рейтингта 4-се баҫҡыста урынлашып, Рәсәйҙең иң яҡшы 5 субъекты исемлегенә инде. Был төбәктәр инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән һөҙөмтәле социаль-иҡтисади сәйәсәт алып бара. Был аңлашыла, сөнки, инвесторҙарға инфраструктураһы һәм логистик базаһы, шулай уҡ нефть һәм газ тармағы яҡшы үҫешкән төбәктәр ҡыҙыҡлы.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ