Радий Хәбиров Рәсәй баскетбол федерацияһы президенты Андрей Кириленко менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй баскетбол федерацияһы президенты, илдең атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Кириленко менән осрашты. Яҡтар төбәктә баскетболды үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Радий Хәбиров спортҡа булышлыҡ итеү дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө булыуын билдәләне. Төп бурыс-йәштәрҙе кире факторҙарҙан һаҡлап ҡалыу өсөн был өлкәгә мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү. Ошо маҡсатта спорт инфраструктураһы үҫтерелә. Был күрһәткестәр буйынса төбәк илдә алдынғы урындарҙы биләй, тине республика етәксеһе. 

Андрей Кириленко баскетболдың республикала шөғөлләнеүселәр һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләүен билдәләне. Өфөлә «Динамо» профессиональ клубы барлыҡҡа килде. Был әлеге спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр өсөн бик яҡшы стимул. Баскетбол федерацияһы президенты шулай уҡ республикала урам баскетболы үҙәктәрен үҫтереү буйынса проектты тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. Башҡортостан башлығы төбәктең спорт Министрлығына мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ