Республика йылғаларында боҙ китә башланы

Бөгөн Ағиҙелдә, бер көн алда Архангел, Белорет райондарында Инйәр йылғаһында боҙ ҡуҙғалды. Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә оло һыуға бәйле хәүефле участкалар контролдә тотола. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен өсөн төбәктәрҙә ташҡынға ҡаршы саралар үткәрелә, айырым йылғаларҙа боҙ шартлатыла. Бынан тыш, йыл һайын республикала ташҡын хәүефе янаған осраҡта халыҡты иҫкәртеүҙе ойоштороу буйынса штаб күнекмәләре уҙа. Киләһе аҙнала төбәктә һауа торошо 17 градусҡа тиклем йылыта тип фаразлана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ