Республика юлдарында соҡорҙар ремонтлана

Бөрө районы юлсылары тәүҙә төбәк-ара әһәмиәттәге арауыҡтарҙы тәртипкә килтерһә, бөгөн муниципаль трассаға төшкән. Ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһын түшәүгә йылы һауа торошо ла ыңғай тәьҫир итә. Көнөнә тиҫтәләп соҡор ямала. Эшсе ҡулдарға ла, сеймалға ла ҡытлыҡ күҙәтелмәй.

Юл соҡорҙарын ремонтлаусы эшселәр тәүҙә соҡорҙоң тәрәнлеген үлсәп, таҙарта. Артабан ул газ ярҙамында киптерелеп, яңы асфальт-бетон ҡатнашмаһы тултырыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ