Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында аҡ халатлыларҙың мәҙәни ярышы үтте

Татыу ғаилә ҡиммәттәренә, халыҡтар дуҫлығы темаһына бағышланған сарала Өфө медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Ошондай уҡ конкурс муниципалитеттарҙа ла ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Сәхнәлә сығыш яһаусыларҙы ысын артистар тип уйларға мөмкин. Аҡ халатлы табиптар эш кейемдәрен милли костюмдарға алмаштырып ижади-мәҙәни программала ҡатнаша. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, татыу ғаилә ҡиммәттәренә бағышланған медиктар конкурсы Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ойошторолдо.

Табиптар һәм медицина тармағы хеҙмәткәрҙәре йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләүгә оҫталыҡ буйынса майҙан тотто. Төбәктә икенсе тапҡыр ойоштороған бәйгелә конкурсанттар тотош ғаиләләре менән сығыш яһаны.

Конкурстың һайлап алыу этабында призлы урындар яулаған бәйгеселәр финалда көс һынашасаҡ. Аҡ халатлылар ярышының маҡсаты кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, дауалаған белгестәрҙең ижади таланттарын күрһәтеү.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ