Архангел һәм Белорет райондарында Инйәр йылғаһында, Өфөлә Ағиҙел буйлап боҙ ҡуҙғала башланы. Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә оло һыу менән бәйле хәүефле участкалар контролгә алынған. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен өсөн ташҡынға ҡаршы саралар күрелде, боҙ шартлатылды. Бынан тыш, халыҡ та яҙғы ташҡын хәүефе тураһында алдан иҫкәртелә. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Йылға өҫтөндәге боҙ әллә нисә метр бейеклеккә оса. Был күренеште ҡарарға урындағы халыҡ та йыйыла. Әммә боҙ тамаша өсөн түгел, ә яҙғы ташҡынды алдан иҫкәртеү маҡсатында шартлатыла. Был юлы сара Мәсәғүт ауылы эргәһенән аҡҡан Әй йылғаһында үтте. Күпер эргәһе осраҡлы ғына һайланмаған. Әгәр иҫкәртеү саралары алдан үткәрелмәһә, боҙ киҫәктәре объекттың таяуҙарына етди зыян килтереүе ихтимал.
Шартлатыу эшен үткәреү өсөн йылғаның тар йәки үҙәнен үҙгәрткән урындары һайлана. Был юлы ҡотҡарыусылар өс участканы билдәләгән. Һәр береһенең оҙонлоғо 400 метр. Был арауыҡта шартлатыусы матдәләр ҡуйыу өсөн 20-ләп мәке уйыла. Артабан эшкә 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы белгестәре тотона. Боҙ ярылһын өсөн зарядтың көсөн ювелир теүәллек менән иҫәпләргә кәрәк, сөнки тирә-яҡта тораҡ йорттар ҙа бар.
Боҙ шартлатыу - миҙгел йолаһына әйләнеп бара. Әгәр Әй ярҙарынан сыҡһа Мәсәғүт ауылының бер нисә микрорайонын һыу баҫыуы ихтимал.
Быға тиклем боҙ Шишмә, Архангел һәм Белорет райондарында шартлатылғайны. Инйәр, Ағиҙел, Һаҡмар йылғалары, Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстарының тығын хәүефе янаған участкалары Ка-32 вертолеты ярҙамында ла тикшерелә.
Ҙур, матур Башҡортостан ҡош осар бейеклектән.. . Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә уртаҡлашҡан фотолар, ысынлап та, һоҡланғыс тойғолар уята. Уларҙа ла Республика йылғалары ҡайһы бер урындарҙа асыла башлауы күренә. Сөнки быйыл яҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк килде, һәм шуға ла бөтә хеҙмәттәр ҙә оло һыуға әүҙем әҙерләнә.
Яҙғы ташҡынға бәйле мәсьәләләр республиканың төп телеканалы эфирында ла күтәрелде. Брифинг барышында республиканың 27 муниципаль берәмек биләмәһендә оло һыуға бәйле хәүефле участкалар контролдә тотолоуы билдәләнде.
Башгидромет үҙәк мәғлүмәте буйынса республика йылғалары боҙҙан яйлап әрселә башлаған. 31 мартҡа тиклем Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо фаразлана. Уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 7-9 градусҡа юғарыраҡ була.
Оло һыу осорона төбәктә халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 276 пункт әҙерләнгән. Көн дә һыу ятҡылыҡтарына мониторинг үткәрелә. 13 мең самаһы кеше һәм 3 мең берәмек техника сафҡа ҡуйылған.
Әлфинә Килдейәрова



