Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, көҙҙән сәсеп ҡалдырылған иген баҫыуҙарының 99 проценты һәйбәт баһа алған. Ужымдың майҙаны 285 мең гектар. Уның ҙур өлөшөн бойҙай алып тора. Яҙын 1 миллион 400 мең гектарҙа сәсеү ҡаралған.Бойҙай, ҡарабойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙаны арттырыла.




