Рәсәй дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәренең дөйөм Рәсәй профессиональ союзының Башҡортостан төбәк ойошмаһы комитеты ултырышы үткәрҙе.
Йыйылышта былтырғы эш һөҙөмтәләре барланды. Ойошманың төп ҡаҙаныштарының береһе булып хоҡуҡ һаҡлау эшенең иҡтисади һөҙөмтәлелеге тора, ул 19,2 миллион һум тәшкил итә. Социаль партнерлыҡ, махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, йәш белгестәрҙе профсоюз хәрәкәтенә һәм социаль башланғыстарға йәлеп итеү буйынса тәжрибә тәҡдиме кеүек һорауҙар ҡаралды. Муниципалитет профсоюздары үҙ тәжрибәһе менән бүлеште. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районы хакимиәте биш социаль проект тормошҡа ашыра. Быуындар бәйләнеше, йәштәрҙе аграр тармаҡҡа йәлеп итеү, ауыл халҡының сәләмәтлеген хәстәрләү һәм башҡа йүнәлештәрҙә әүҙем эш алып барыла. Тағы ла бер мөһим проект- профсоюз ағзалары районда йәшәүсе һуғыш балалары менән видеороликтар әҙерәләгән. Уның өсөн видеокамера һәм ҡорамалдар алыу өсөн грант юллаған.



