Уҙған тәүлектә Башҡортостанда «112» телефон һандарына яҙғы ташҡынға бәйле 16 хәбәр килгән

Әлеге ваҡытта 7 муниципаль берәмектең юл участкаларында хәрәкәтте сикләүгә бәйле 8 хәл контролдә тотола. Улар-Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Иглин, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары һәм Өфө. Һыу кимәленең иң юғары күтәрелеү осрағы Дәүләкән районы Ҡамсылытамаҡ ауылы эргәһендәге Өршәк һәм Иглин районының Пятилетка ауылы янындағы Эҫем йылғаларында теркәлгән. Тәүлек эсендә улар 226 һәм 79 сантиметрға тәрәнәйгән. Бер үк ваҡытта республиканың тау һәм дала йылғаларында боҙ ҡатламы ярылыуы күҙәтелә. Өфө һәм Ағиҙел йылғаларының айырым участкалары боҙҙан әрселгән дә инде.https://vkvideo.ru/video-85076499_456261492

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ