Яҙғы каникул ваҡытында балаларҙың хәүефһеҙлеген нисек тәьмин итергә? Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң 119-сы мәктәбе уҡыусылары менән осрашып, инструктаж үткәрҙе.
Каникул осоронда балалар менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлмәһен өсөн янғын һүндереүселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Аңлатыу эштәре айырыуса йылға-күлдәрҙә боҙ киткән осорҙа көнүҙәк тип билдәләй ҡотҡарыусылар.
Ут менән дә һаҡ булырға кәрәк. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларға ут һүндереү ҡоролмаларын ҡулланыу тәртибенә өйрәтте. Шулай уҡ өй шарттарында хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленде, һәр бүлмәгә янғынды иҫкәртеү ҡоролмаларын ҡуйыу кәрәклеге иҫкә төшөрөлдө. Ҡотҡарыусылар фекеренсә, бындай белем күп бәләләрҙән ҡотолорға һәм көндәлек тормошта хәүефһеҙлек тәьмин итергә ярҙам итәсәк.



