Күп фатирлы йорттар торошо, ихата биләмәһен төҙөкләндереү, финанс ярҙам. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр «Управдом» форумында көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү һәм төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыу юлдары тураһында һөйләште. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Иҫке Сибай ауылында 10 күп фатирлы йорт бар. Уларҙа йәшәүселәрҙе һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр һәм дөйөм йорт электр үткәргестәренең торошо борсой. Ҡыйыҡтың насар торошта булыуы, уны яңыртыу мәсьәләһе лә киҫкен тора.
«Управдом» форумы күп ҡатлы йорттарҙа ла уңайлы шарттар булдырыуҙың нескәлектәрен аңлатты. Бары тик үҙ-ара эш итеү һәм кәңәшләшеү аша ғына барлыҡ борсоған һорауҙарҙы хәл итергә мөмкин.
Әлеге ваҡытта Иҫке Сибай ауылында төбәк операторы Шайморатов урамы, 2-се йорт адресы буйынса күп фатирлы йорттоң ҡыйығын капиталь ремонтлау буйынса эш алып бара.
Баймаҡ районында 2014-25 йылдарҙа 51 күп фатирлы йорт капиталь тәҙәкләндерелгән. 74 төр эш, шул иҫәптән ҡыйыҡ, фасад, подъезд, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаларын ремонтлау буйынса эштәр башҡарылған.



