Протезда, әммә йүгерә. Махсус хәрби операция ветераны аяғын юғалтҡандан һуң да спортты ташламай. Яугирҙың рухи ныҡлығы һәм Өфөлә етештерелгән яңы төр протездар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
2022 йылдың сентябрендә башҡа күп кенә ир-егеттәр һымаҡ уҡ Артур Сөләймәнов та өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Махсус хәрби операцияла 26 йәшлек егет хәрби задание үтәгәндә аяғын юғалта.
Аяғы ампутацияланғандан һуң да ул инвалид мөһөрө менән килешмәй.
Махсус хәрби операцияға барғансы спорттан айырылмаған егет, имгәнеп ҡайтҡас та был шөғөлөн ташламай. Яңы төр протез быға мөмкинлек бирә.
Бындай «яһалма аяҡ»ҡа һорау ҙур, ти етештереүселәр. Сөнки яу ҡырынан ғәрипләнеп ҡайтыусыларзың уо берҙән-бер өмөтө. Егеттәр спорт менән шөғөлләнә, университетта уҡый һәм көн һайын ҡуйылған маҡсаттарына ынтыла. Йәки, дөрөҫөрәге, уларға табан йүгерә тип әйтергә лә мөмкин.
Рәмилә Исмәғилева



