Ул Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик тәрбиә хеҙмәткәре, милли көрәш буйынса тренер Йәлил Йосоповҡа 75 йәш тулыуға арналды. Йәлил Динмөхәмәт улының исеме республикала ғына түгел, тотош ил кимәлендә билдәле. Ул тәрбиәләгән көрәшселәр бар ҡасан да һынатмай, яңынан-яңы еңеүҙәр яулап, үҙҙәрен көслө, таһыл спортсы булараҡ таныта. Йәлил Йосопов бөгөн дә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында йәш быуынды тәрбиәләүен дауам итә.
Йәлил Йосоповтың юбилейына арналған көрәш турниры республика район-ҡалаларынан 14 команданы бергә йыйҙы. 85 спортсы кәүҙә ауырлығы буйынса ике категорияла көс һынашты. Улар араһында тәүгә ҙур келәмгә сығыусылар ҙа, республика, Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, тәжрибә туплағандар ҙа бар ине.



