Өфөлә Салауат Юлаев майҙанын төҙөкләндереү концепцияһы тәҡдим ителде

Уның менән «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә Башҡортостандың ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты етәксеһе Ольга Сарапулова таныштырҙы. Проект ландшафт дизайны элементтарын, күҙәтеү майҙансыҡтарын һәм ял зоналарын үҙ эсенә ала. Радий Хәбиров башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн юл картаһын әҙерләргә һәм финанслау сығанаҡтарын хәл итергә ҡушты. Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Асҡын, Йәрмәкәй һәм Ҡалтасы райондарындағы үҙәк майҙандарҙы төҙөкләндереү проекттарын ҡараны. Йәмәғәт киңлектәрен халыҡтың һорауҙарына яуап бирерлек итеп үҙгәртеү мөһим, тине Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ