Өфө эргәһендәге Ағиҙелдә боҙ ҡуҙғалды

Тәбиғәттең матур күренешен ҡарарға һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн халыҡ яр буйына күпләп ағылды. Быйылғы яҙ иртә һәм аномаль йылы булыуға ҡарамаҫтан, йылға былтырғыға ҡарағанда һуңыраҡ асылды. Ул саҡта кешеләр боҙ ҡуҙғалыуын 20 мартта күҙәткәйне. Дөйөм алғанда, һуңғы йылдарҙа республика йылғалары күпкә алдараҡ асыла. Мәҫәлән, 2024 йылда боҙ 5 апрелдә китте. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр буйынса, Өфөлә ул 8-13 апрелгә тура килә торғайны. Әйткәндәй, уҙған тәүлектә Башҡортостанда «112» телефон һандарына яҙғы ташҡынға бәйле 16 хәбәр килгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ