Өфөнөң «Ҡарағай» микрорайонында яңы балалар баҡсаһы асылды

«Урман әкиәте» кескәй дуҫтарын ҡаршы алды. Балалар баҡсаһы Өфөнөң «Ҡарағай» микрорайонында асылды. Яңы биҫтә халҡы мәктәпкәсә учреждение асылыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Сөнки 2017 йылда башланған төҙөлөш финанс ҡатмарлыҡтар арҡаһында туҡтап торған була, эш ике йыл элек кенә тергеҙелә. Мәғариф учреждениеһы хәҙер тулыһынса әҙер. Балалар баҡсаһының эшенә бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша старт бирҙе. Яңы, заманса объекттың мөмкинлектәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Хәҙер инде шиғыр һөйләргә лә, йырларға ла, бейергә лә, ҡул эштәре, йә спорт менән шөғөлләнергә лә мөмкин. Яңы балалар баҡсаһында кескәйҙәр бар яҡлап та үҫешһен өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Радий Хәбиров педагогик коллективҡа уңыштар теләне. Яңы биҫтәлә йәш ғаиләләр күп, мәктәпкәсә учреждение кәрәк, тине Башҡортостан башлығы.

Балалар баҡсаһы иркен, яҡты, сағыу төҫтәр менән зауыҡлы итеп биҙәлгән. Бында спорт һәм музыка залы, табип, педагог-психолог кабинеты, ижади түңәрәктәр эшләй. Бар төркөмдәр ҙә методик ҡулланмалар, уйынсыҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған.

Балалар баҡсаһында тыуған яҡҡа, тарихҡа, телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында төрлө экспозициялар урынлаштырылған. Мәктәпкәсә учреждение туризм буйынса ла махсуслаша, кескәйҙәрҙе иҫтәлекле урындарға экскурсияларға йөрөтөү ҡарала.

Балалар баҡсаһында «Урал батыр» бүлмәһе лә эшләй, бында кескәйҙәргә боронғо эпос, уның йөкмәткеһе, тәрбиәүи әһәмиәте тураһында һөйләйәсәктәр.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, баш ҡалала мәктәпкәсә учреждениелар төҙөүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Әле тағы ла ике балалар баҡсаһы төҙөлә.

«Ҡарағай» биҫтәһендә урынлашҡан «Урман әкиәте» балалар баҡсаһының исеме есеменә тура килә. Ул кескәйҙәргә әкиәттәге һымаҡ мөғжизәле, тылсымлы мәл бүләк итә

Р.Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ