Ғафури районында Урал Ниғмәтуллиндың юбилейын ижад кисәһе үтте

«Йырым һиңә, Сәйетбабам!» Билдәле журналист, «Ашҡаҙар» радиоһының баш режиссеры Урал Ниғмәтуллин тыуған ауылында ижад кисәһен ойошторҙо. Сәхнәләш һәм хеҙмәттәш дуҫтары ҡатнашҡан тамаша ауылдаштарына юбилей бүләге булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Урал Ниғмәтуллин-радиола утыҙ йылдан ашыу эшләгән, алтын фондты, милли сәнғәтте биш бармағылай белгән маһир журналист. Ул музыка сәнғәте, халыҡ ижадына бағышланған күп һанлы тапшырыуҙар авторы ғына түгел, үҙе лә оҫта йырсы. Тәүге һөнәре буйынса хор дирижеры. Ғафури районы мәҙәниәт йортонда методистан башлап художество етәксеһенә тиклем күтәрелгән, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамблдәре төҙөп, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүгә өлгәшкән. Биш йыл һайын яҡташтары алдында ижади отчет тота. Сираттағы концертын 65 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторҙо.

«Сәхнә», «Илһам», «Мәңгелек моң», «Ҡурай иле», «Уйна, гармун», «Алтын фондтан-алтын яҙмалар» кеүек популяр тапшырыуҙар эшләгән журналист «Ашҡаҙар» радиоһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә. Сараны ойошторғанда хеҙмәттәштәре иңен ҡуйҙы, сығыштары менән ҡеүәтләне.

Ижад кисәһендә билдәле халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина, Роберт Тимербаев, республиканың атҡаҙанған артисы Хәбир Аралбаев, Ғафури һандуғасы Әлфиә Степанова сығыш яһаны. Концертты күренекле һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов алып барҙы. «Күптән бындай моңло, халыҡсан тамаша күргән юҡ ине», - тип алҡышланы зал тултырып килгән тамашасылар.

Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе Сәйетбабала мәҙәни тормош гөрләй, артистар бында йыш ҡунаҡ. Үҙ ерлегенән сыҡҡан таланттарға айырыуса ихтирамлы ғафуриҙар. Был юлы Урал Ниғмәтуллинды хуплап, республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылғандар.

Рәйсә Абдуллина

Волна
Акции БСТ