Йәшәүгә дәрт һәм сәм менән. Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы мәҙәниәт йортонда бейеүсе, хореограф Нияз Байегетов исеменә бейеү буйынса асыҡ район бәйгеһе үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ районы тағы ла таланттарҙы балҡытты. Үҙешмәкәр бейеүселәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Байегетов исеменә «Бейеүҙәрҙә-халҡым тарихы» тип исемләнгән асыҡ район бейеү бәйгеһендә сығыш яһаны. Конкурста ансамблдар ҙа, яңғыҙ бейеүселәр ҙә ҡатнашты.
Конкурстың Урғаҙа ауылында үтеүе осраҡлы түгел. Ваҡытында бейеүсе һәм хореограф Нияз Байегетов Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында «Йәйғор» ансамблен ойошторған.
Жюри һәүәҫкәр бейеүселәрҙең башҡарыу техникаһын, ижади ҡарашын һәм сәхнә костюмдарының сағыулығын баһаланы.Гран-прины Сәйғәфәр ауылынан Айсель Мөхәмәтдинова һәм Иҙрис ауылынан «Зарифа» фольклор ансамбле яуланы. Халҡыбыҙҙың мәҙәни, рухи мираҫына һөйөү тәрбиәләгән ошондай саралар халыҡты ысынлап та берләштерә, йәшәүгә йәм һәм дәрт өҫтәй.




