Премьер-министр Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Хөкүмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ултырышта яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары менән таныштырҙы.
Республика дауаханаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 37 махсус пункт булдырылған. “Төп бурыс яугирҙарҙы дауалау ғына түгел, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу, социаль тормошҡа яраҡлаштырыу”, - тип билдәләне Андрей Назаров.




