Был маҡсатта 47 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Ул бөгөн парламент депутаттары алдында хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны.
“Быйыл төп саралар яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә, оло йәштәге кешәләргә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостан дәүләткә ҡарамаған социаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Был йүнәлештә 132 койка-урынға иҫәпләнгән биш пансионат булдырылған. Тағы ла 70 урынға иҫәпләнгән ошондай ойошма яңыртыла.




