Уҙған йылда тармаҡ үҫешенә 125 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. “Асҡын, Благовещен, Учалы һәм Яңауыл райондарында, быйыл Баҡалы һәм Әбйәлил райондарында дүрт яңы поликлиника сафҡа индерелде. Өфөлә 8 медицина объекты тәртипкә килтерелде”, - тине Премьер-министр Андрей Назаров. Ул бөгөн парламент депутаттары алдында хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында йыллыҡ отчет менән телмәр тотто.
“Республикала сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса системалы эш алып барыла”, - ти Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты, медицина фәндәре кандидаты Римма Үтәшева.




