Улар өсөн уҙған йылда 168 спорт объекты сафҡа индерелгән. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы ултырышында хөкүмәт эшенә йомғаҡ яһалды. Унда республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. “Башҡортостанда адаптив спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Унда махсус хәрби операция ветерандарын йәлеп итеү ҡарала”, - тип белдерҙе премьер-министр Андрей Назаров.
“Республикала спорт тармағы һанлы технологиялар менән тәьмин ителә. Стадион, спорт һарайҙары һәм спорт комплекстарына аҡыллы системалар урынлаштырыла”, - ти Вице-премьер-Спорт министры Руслан Хәбибов.




