Уның әйтеүенсә, бер нисә күрһәткесте иҫәпкә алырға кәрәк. - Беренсенән, тулайым төбәк продукты үҫешә. Икенсеһе - инвестиция күрһәткестәре яҡшыра. Шулай уҡ бюджет арта. Ошо өс күрһәткес иҡтисади үҫеште билдәләй. Быйыл бурыстар шул уҡ ҡала. Улар араһында иң мөһиме махсус хәрби операцияла еңеү өсөн хеҙмәт итеү. Яугирҙарға тейешле ярҙам итеү өсөн яҡшы иҡтисад кәрәк, - тине Радий Хәбиров.




