Был 2018 йылдағы менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға күберәк. Бөгөн парламентта Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Премьер-министр Андрей Назаров депутаттар алдында сығыш яһаны. “Республикала былтыр “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы буйынса 44 белгескә дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Музейҙар, театрҙар, сәнғәт мәктәптәре, китапханалар яңыртыла. Быйыл Үрге Ҡыйғы ауылында балалар сәнғәт мәктәбе төҙөлә башлай. Ул киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла”, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостан спорт, мәҙәниәт һәм туризм буйынса көслө төбәктәрҙең береһе һанала. Республика ил төбәктәре араһында төрлө саралар уҙғарыу буйынса дүртенсе урынды биләй. Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һөйләй.





