Ике аҙна дауамында хәрбиҙәр ғаиләләре менән ял иткән, туғандары менән осрашҡан, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә лә өлгөргән. Яугирҙарҙы оҙатырға яҡындары һәм дуҫтары йыйылды. Хәрби частарға улар республика етәкселеге тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа барып етәсәк. Үҙҙәре менән бергә улар яуҙаш дуҫтарына күстәнәстәр ҙә алып бара.



