Башҡортостан проекттары федераль премия финалында

Башҡортостандан биш проект «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһының иң яҡшы 110 башланғысы исемлегенә инде. Улар араһында- Стәрлетамаҡта эшләгән төбәк өсөн уникаль «Хәстәрлек хеҙмәте» идара итеү үҙәге лә бар. Пациенттарға тиҙ ярҙам системаһы һәм уны ойоштороу тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Күп балалы әсә Эльвира Рәхмәтуллина өсөн һәр минут иҫәптә. Ғаиләлә игеҙәктәр Эльдар һәм Эльнар, Карина һәм Элина тәрбиәләнә. Балаларҙың береһе менән ашығыс рәүештә дауаханаға ятыу кәрәк булғанда, улар «Хәстәрлек хеҙмәте»нә мөрәжәғәт иткән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында «Хәстәрлек хеҙмәте» ойошторолоуға бер йыл. 1-се дауахана базаһында асылған «Хәстәрлек хеҙмәте» «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса эшләй.

Бында медицинаға ҡарамаған мөрәжәғәттәр ҙә ҡабул ителә. Белгестәр һорауҙарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталында, социаль селтәрҙәрҙә лә эшкәртә, проблеманы тулыһынса хәл итергә ярҙам итә.

Үҙәк эше дауахана менән генә сикләнмәй. Халыҡтан инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеү, парковкаларҙы киңәйтеү һәм башҡа үтенестәр ҙә килә.

Бер йыл эсендә был хеҙмәт күп функциялы үҙәккә әйләнде. Пациенттар дауахананан сыҡҡас та беҙ уларға шылтыратып медицина ярҙамының нисек ойошторолоуы тураһында һорашабыҙ. Махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең был тәжрибә ил кимәлендә лә билдәләнде, конкурста ҡатнашабыҙ.

Илшат Яппаров, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһы баш табибы

«Хәстәрлек хеҙмәте» илдең иң яҡшы башланғыстары иҫәбенә инеп,«Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы финалына сыҡҡан. Үҙәккә еңергә һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеп тауыш бирергә кәрәк. Тауыш биреү 6 апрелгә тиклем дауам итә.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ