Унда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Йәмәғәт алдынғыларын беләштергә сара хаҡында киләһе яҙмала.
Баймаҡ районында эшләп килгән «Ағинәйҙәр» ойошмаларының ҡул эштәрен районда үткән һәр милли-мәҙәни сараларҙа күрергә мөмкин. Улар район мәҙәниәт йортонда үткән ҡоролтай ултырышында ла бай күргәҙмә тәҡдим итте, ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Ниғәмәт ауылынан Зилә Абайҙуллинаның зауыҡлы ҡул эштәре үҙенә йәлеп итте.
Сара барышында Баймаҡ районы ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән «Сылтыр шишмә» һәм «Сәләмәт ауыл» конкурстарына йомғаҡ яһалды. Был мөһим эштәр ауылдарҙы үҫтереүгә, төҙөкләндереүгә, халыҡтың башланғыстарына ярҙам итеүгә һәм йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән.
Йыйында быйылғы осорға план ҡабул ителде. Ҡоролтай эшмәкәрлегендә, үҙҙәренең хеҙмәте, әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән Баймаҡ районы һәм ҡалаһы тормошона тос өлөш индергән йәмәғәтселәргә наградалар, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Урал Аръяғының социаль-иҡтисади үҫеше, экологик хәүефһеҙлек, районға кадрҙар йәлеп итеү-фекер алышыу темаларының бер өлөшө генә. Шулай уҡ осрашыуҙа Бөрйән ырыуы өсөн яңы башлыҡ итеп Марат Әүәлбаев һайланды.
Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге төп ойошманың талаптарына һәм маҡсаттарына ярашлы, районда йәшәгән халыҡтың традицияларын һаҡлауға, туған телебеҙҙе яҡлауға, тарихыбыҙҙы киләсәк быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән. Ул проекттарҙа ауыл биләмәләре, ҡала һәм райондың хеҙмәт коллективтары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, йәмәғәт ойошмалары сәмләнеп ҡатнаша.



