Бишбүләк районында татар мәҙәниәте фестиваленә йомғаҡ яһалды

«Рух. Дәрт.Моң» байрамы. Бишбүләк районында татар мәҙәниәте фестиваленә йомғаҡ яһалды. Быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылған проектта республика һәм Рәсәй төбәктәренән өс йәҙҙән ашыу конкурсант ҡатнашты. Милли уйын ҡоралдарында уйнаусылар, бейеүселәр, фольклорсылар, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар милли биҙәктәр һәм күңел йомартлығы менән һуғарылған ҙур байрамды йәмләне.Был хаҡта тулыраҡ киәлһе яҙмала.

Төбәк-ара күләмле мәҙәни сараның төп хужалары Бишбүләктәр ҡунаҡтарҙы һәм жири ағзаларын икмәк -тоҙ һәм дәртле йыр-бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Өс йыл элек республика күләмендә генә башланған фестиваль хәҙер төбәк -ара статусҡа эйә. Бишбүләк районы муниципаль районы хакимиәте, «Башҡортостан татарҙары Конгресы»төбәк йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитетының берлектәге сараһы Башҡортостан Башлығы грантына ойоштороған. Йылдан -йыл фестивалдә ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйә.

Гала-концерт Бишбүләк районы мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә уҙҙы. Финалда Башҡортостандың 11 районынан һәм дүрт ҡалаһынан, шулай уҡ Рәсәйҙең дүрт төбәгенән: Татарстандан, Ырымбур, Һамар өлкәләреенән һәм Ханты-Манси автономиялы округынан 24 ансамбль сығыш яһаны. Юғары оҫталыҡ кимәлен абруйлы жюри баһаланы.

Был маһир сәхнә оҫталарынан тәжрибә туплау майҙаны. Беҙ татар халыҡ ижадын һәм кәсептәрен йәштәр дауам итер, милли брендтар нағыштары уларҙың кейемдәрен биҙәр тигән өмөттәбеҙ.

Елена Арефьева, Бишбүләк районы хакимиәте башлығының мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе, жюри рәйесе

Район мәҙәниәт йорто фойеһында халыҡ кәсептәре һәм биҙәү -ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҡул эше оҫталары араһында тамырҙары Бишбүләк районынан. әлеге ваҡытта Ханты-Манси автономиялы оуругында йәшәүсе Илзиә Ҡыямова ла бар. Фестивалгә алыҫ Себер тарафтарынан килгән ҡул эштәре оҫтаһы төрлө формалағы татар ҡалфаҡтары, ҡайып сигелгән таҫтамалдар һәм өҫ кейемдәре коллекцияһын тәҡдим итте

Фестиваль биш жанр йүнәлешен үҙ эсенә алды: вокал, хореография, фольклор, инструменталь ижад, халыҡ кәсептәре һәм биҙәү-ҡулланма ижад. Шулай уҡ дуэттар, трио, ике йәш категорияһында:16 йәштән өлкәндәр һәм 16 йәшкә тиклем балалар коллективтары ла сығыш яһаны.

Йылына тиҫтәләгән конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашабыҙ. Татар халыҡ йырҙарын да, рус халыҡ йырҙарын да ихлас башҡарабыҙ, айырыуса илһөйәрлек темаһына арналған йырҙар күңелгә яҡын.

Шамил Ғабдуллин, Ҡандра ауылының «Ләйсән» вокал ансамбле солисы

Саҡмағош ауылының «Балалар сәнғәт мәктәбе» неңЭльза Саттарова етәкселегендәге «Дуҫлыҡ» халыҡ фольклор ансамбле фестивалдең Гран-приһына лайыҡ булды. Иглин районы Аҡбирҙе ауылынан Илнар Динеев етәкселегендәге «Һандуғас» вокал ансамбле фольклор номинацияһында, ә Дүртөйлөнән «Бәллүр» халыҡ вокаль-инструменталь ансамблдәр араһында беренсе урын яуланы.Еңеүселәр быуындан-быуынға тапшырылған мәҙәни кодты һаҡлауға тос өлөш индерҙе.

Гүзәл Борханова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ