Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай эш быйыл Өршәк, Инйәр, Әй, Йүрүҙән, Сөн йылғаларында алып барылған. Төп маҡсат - боҙ тығылыуға юл ҡуймау, ауылдарҙы һыу баҫыуҙан һаҡлау. Ҡотҡарыусылар әле тулы әҙерлектә. Мониторинг алып барыла, боҙ тығылған урындарҙа тейешле саралар күрелә.




