Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар билдәләнде

Балалар байрамы июнь аҙағында Өфөлә уҙғарыла. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 78 ижади коллектив һәм 8 солист килеүе көтөлә. Йәш артистар халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, халыҡ инструменттары, традицион мәҙәниәт өлкәләрендә һәләттәрен күрһәтә. Тәүге Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 2022 йылда Сыуаш республикаһын булды. Икенсеһе ике йыл элек Татарстанда үтте.

Фото №1 - Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар билдәләнде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ