Радий Хәбиров федераль именлек хеҙмәте вәкиле менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау һәм Һамар өлкәләре буйынса сик буйы идаралығы етәксеһе Юрий Урванов менән осрашты. Яҡтар хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү өлкәһендә республика етәкселеге һәм федераль структуралар араһында үҙ-ара эш итеү мәсьәләһен тикшерҙе. Һүҙ шулай уҡ Өфө аэропорты эшмәкәрлегенә лә ҡағылды. Башҡортостандың һауа ҡапҡаһы пассажирҙар, йөк, тауарҙар һәм хайуандар үткәреү күләме буйынса Волга буйында икенсе урынды биләй.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ