Республика командаһы тотош илдә тәүге ун команда исемлегендә. Былтыр студенттар 42 миҙал яулаған, шул иҫәптән 9 алтын. Был иһә урта һөнәри белем биреү системаһында кадрҙар әҙерләү юғары кимәлдә булыуын иҫбатлай, тине Радий Хәбиров чемпионат лидерҙары менән осрашыуҙа.
«Патриот» паркында үткән сараға һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеүсе 150 студент саҡырылған. Әле улар уҡыу йорто һәм республика кимәлендәге һынауҙарҙы үтеп Республика данын төбәк- ара чемпионатта яҡлай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан һөнәри белем биреү буйынса үҙәк төбәктәрҙең береһе. Республикала 92 колледжда 120 меңдән ашыу үҫмер белем ала. Урта һөнәри белем биреү системаһы сәнәғәт, иҡтисад, төбәктең технологик ү:еше өсөн эшсе һәм инженер кадрҙар әҙерләүҙә төп ролде башҡара.
Республикалағы колледждарҙың модернизацияланыуы ла йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итә. Һуңғы дүрт йылда утыҙҙан ашыу колледж төҙөкләндерелгән. Быйыл тағы биш уҡыу йортонда ремонт үтәсәк. Инфраструктураның яҡшырыуы, заманса технологиялар менән йыһазландырыу ҙа урта һөнәри белем биреү системаһының абруйын арттыра.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләсәк быуынды тәрбиәләү, йәштәргә белем биреү, үҫеш һәм ижад итеү өсөн шарттар тыуҙырыу йәһәтенән барыһы ла эшләнә. Әммә хәҙерге шарттарҙа ситтән дә беҙҙең йәштәр өсөн көрәш бара. Аңды томалау, яҙыҡ юлдан ебәреү маҡсатында дошман төрлө мәкерле алымдар ҡуллана. Республика башлығы үҫмерҙәрҙе һаҡ, һиҙгер булырға өндәне һәм «Профессионалдар» чемпионат хәрәкәтенең төбәк-ара этабында уңышлы сығыш яһау теләген белдерҙе.



