Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса әҙерлек эштәре башланды

Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығында аттестация үткән белгестәр скульптура композицияһының һәр детален ентекле өйрәнә. Шулай уҡ республика әһәмиәтендәге эштәр милли батырыбыҙ исемен йөрөткән майҙанда ла алып барыла. Бөгөн биләмәнең геодезия торошона баһа биреү өсөн, ерҙең бер нисә ҡатламынан өлгөләр алынды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Салауат Юлаев һәйкәлен бала сағынан күреп, тарихын белеп үҫкән Вадим Зиннәтуллин бөгөн реставрациялауҙа ҡатнаша. Белгес скульптураның ҡатмарлы булыуын билдәләй. Шулай ҙа эшкә етди, яуаплы ҡарай.

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау майҙанында бөгөн тиҫтәләп белгес эшләй. Улар скульптура өлөштәрен ысҡындыра, шунда уҡ компьютерға теркәп бара.

Белгестәр һәйкәлдең һәр детален ентекле тикшерә. Улар таҙартылып, етешһеҙлектәре асыҡланып ҡына ҡалмай, шулай уҡ химик составына тулы анализ да биреләсәк. Эште Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығында аттестация үткән белгестәр алып бара.

Күләмле проект Рәсәйҙең художество академия эгидаһы күҙәтеүендә алып барыла. Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыуға йәлеп ителгән ижади команданың федераль кимәлдән тыш, сит илдәрҙә лә эшләү тәжрибәһе бар. Сираттағы эш күләме, унан бигерәк яуаплылығы менән айырыла.

Минең эш тәжрибәмдә Мәскәүҙә күп кенә тимер, таш һәм башҡа типтағы һәйкәлдәрҙе яңыртырға тура килде. Тик, әлеге монументтың торошо насар хәлдә. Ҡорос конструкциялар тутыҡҡан, деталдәр нык иҫкергән. Төбәк, федераль кимәлдә әһәмиәтле һәйкәл ул ҙур тарих. Шуға ла эшкә хирургтар кеүек ҡарайбыҙ. Реставрациялағанда табиптар һымаҡ скультураға зыян килтермәҫкә тырышабыҙ.

Андрей Кудрявцев, 1-се категориялы реставрациялаусы

Реставрация эштәре Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә, милли батырыбыҙ исемен йөрөткән майҙанда ла йәнәш алып барыла. Белгестәр скульптура композицияһы урынлашҡан биләмәне ентекле тикшереү маҡсатында, өс урындан алтмышар метр тәрәнлектән ер ҡатламы өлгөләре сығарыла. Артабан, улар лаборатор анализға оҙатыласаҡ. Уның һөҙөмтәләренән һуң, эш һәйкәл постаментында алып барылыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ