Иглин районында атта һыбай йөрөү буйынса яңы маршрут асыу планлаштырылған

Туризм өлкәһендәге башланғыс менән казак утары йәмғиәте атаманы, махсус хәрби операция ветераны Константин Вотинцев сыҡҡан. «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәгендә алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙың бизнес-планы ҡаралып хупланды. Проект буйынса ветерандарҙың мәшғүллеген тәьмин итеү, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсаты ҡуйылған. Быйыл муниципалитетта социаль контракт буйынса бизнес асыуға, йә булған эште үҫтереүгә 350 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға 21 квота бүленгән. Константин Вотинцев та проектын тормошҡа ашырыуға өҫтәмә финанс ярҙам аласаҡ.

Махсус хәрби операциянан ҡайтыу менән эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итергә тура килде. Дәүләт учреждениеларында үҙемде таба алманым, шуға күрә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар иттем, әле крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләйем. Яңы бизнес-проект буйынса аттарҙы үрсетергә теләйем. Алаторка ауылы биләмәһендә һыбай йөрөү буйынса хеҙмәттәр ҙә күрһәтеләсәк.

Константин Вотинцев, эшҡыуар, махсус хәрби операция ветераны

2026 йыл Иглин районында туризм йылы тип иғлан ителде. Эшҡыуарҙың проекты ла тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән, яңы башланғыс районға туристар ағымын арттырыр тип ышанабыҙ.

Венера Нуриәхмәтова, Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Мәшғүллек үҙәгендә социаль контракт буйынса тормошҡа ашырыласаҡ тағы ла ике проект ҡаралды. Уларға ярашлы, велосипед, самокатты прокатҡа биреү буйынса яңы пункт асыу, шулай уҡ теген оҫтаханаһы булдырыу ҡаралған. Махсус хәрби операция ветерандарына килгәндә, кадрҙар үҙәге ҡарамағында «Үҙеббеҙҙекеләр» тип исемләнгән клуб ойошторолған. Әле унда 28 кеше теркәлгән, алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарға бизнес-план төҙөү һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса мәғлүмәт-консультация хеҙмәте күрһәтелә.

Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙар үҙ эшен аса ала, ыңғай миҫалдар күп. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тыуған яғы үҫешендә ҡатнашып, йәмғиәткә файҙа килтерә. Шул уҡ туризм өлкәһендә лә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин.

Игорь Вязов, «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәгенең Иглин районы бүлексәһе етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ