Йыл башынан республикала утыҙҙан ашыу кеше сысҡан биҙгәге йоҡторған

Вакцина юҡ, үҙаллы һаҡланырға ғына. Йыл башынан республикала утыҙҙан ашыу кеше сысҡан биҙгәге йоҡторған. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә сирҙе йоҡтороу хәүефе юғары булған муниципалитеттар исемлеге лә бар. Баҡса эштәре әүҙемләшеү менән ауырыуҙар һаны артыуы күҙәтелә. Геморрагик биҙгәкте иҫкәртеүсе саралар, уның тәүге билдәләре һәм дауалау ысулдары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.

Ҡар өйөмдәрен таҙартып, ағас төптәренән япраҡтарҙы йыйырға - яҙ етеү менән баҡса мәшәҡәте арта ғына. Дмитрий Анекеев ҡул көсө талап ителгән эште ҙур теләк менән башҡара. Әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәргә тырыша: мотлаҡ рәүештә битлек-бирсәткә кейә. Быға тиклем өс тапҡыр сысҡан биҙгәген йоҡторған ир һаулығына хәҙер күпкә иғтибарлы.

Тәүге тапҡыр геморрагик биҙгәк менән 2005 йылда сирләнем, ул ваҡытта алмағас тирәләй япраҡ йыйғанда йоҡторғайным. Бер нисә йылдан һуң сирҙе умарталыҡт, артабан мунсалағы мейесте һүткәндәндә эләктерҙем. Бик мәкерле сир, үҙемде насар тойҙом, оҙаҡ дауаланырға тура килде.

Дмитрий Аникеев, Өфөлә йәшәүсе

Сир билдәләренә килгәндә, баш ауырта, температура 39-41 градусҡа тиклем күтәрелә, күңел болғана, уҡшыта, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә. Бөйөрҙәр зыян күрә. Белгестәр билдәләүенсә, пациент тулыһынса һауыҡһын өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителә.

Йыл башынан алып республикала 34 кеше геморрагик биҙгәк менән дауаханаға эләккән. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, сирҙе йышыраҡ 50 йәшкә тиклемге ирҙәр йоҡтора. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары эшселәре лә хәүеф төркөмөндә. Ауырыуҙы тәбиғәт шарттарында йәки кимереүселәр таралған бинаны йыйыштырған ваҡытта туҙан аша йоҡторорға ла мөмкин.

Cысҡан биҙгәге Рәсәйҙең Волга буйы федераль округында айырыуса йыш осрай, сирҙе кимереүселәр әүҙемлеге көсәйгән осорҙа, башлыса яҙ йоҡтороу хәүефе юғары. Вирус кешенең тын юлдары аша килеп эләгеүе мөмкин. Йыуылмаған емеш ашағанда, ҡайнатылмаған һыу эскәндә лә эләктерергә мөмкин.

Александр Гладких, Өфө фән һәм технологиялар университетының зоология буйынса уҡытыу-ғилми лаборатория мөдире

Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бөрйән, Нуриман, Тәтешле, Миәкә райондарында, шулай уҡ Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында геморрагик биҙгәк йоҡтороу осраҡтары күберәк теркәлә. Халыҡты иҫкәртеү сараларынан тыш, республика муниципалитеттарында планға ярашлы дератизация эштәре лә башҡарыла.

Быйыл Башҡортостанда 90 меңдән ашыу гектар ер кимереүселәрҙән эшкәртеләсәк. Был участкалар Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан раҫланған. Яҙғы иҫкәртеү сараларын башларға әҙербеҙ. Район-ҡала хакимиәттәренән яуаплы хеҙмәткәрҙәр барлыҡ эштәрҙең үтәлешен контролдә тотасаҡ.

Павел Мочалкин, Республика дезинфекция үҙәге етәксеһе
Башбат

Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ. Мәкерле сирҙән тик дөйөм санитар ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә һаҡланырға була. Табиптар ауырыу билдәләре барлыҡҡа килеү менән медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә, үҙаллы дауаланмаҫҡа саҡыра.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ