Өфөлә «Ҡалдырма беҙҙе» тулы метражлы нәфис фильмдың ябыҡ премьераһы үтте

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы базаһында төшөрөлгән картина Вилүрә Иҫәндәүләтованың уйын киноһындағы тәүге ижади эше. Режиссер күптәргә документалист булараҡ билдәле. Драма яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма әсәй» повесы мотивтары буйынса төшөрөлгән. Етемлек, ғаилә мөнәсәбәттәре кеүек ҡиммәттәр үҙәк тема итеп сығарылған.

Картинаны тәүгеләрҙән булып мәғариф учреждениелар вәкилдәре, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡараны. Премьеранан һуң ижади команда фекер алышыу ойошторҙо. Картина бер кемде лә битараф ҡалдырманы, һәр бала өсөн уйланырға һәм бәхәсләшергә мәжбүр итте.

Волна
Акции БСТ