Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы үтте

Рәсәй Геройы үҫтергән әсәләрҙе залдағылар көслө алҡыштар менән аяғүрә баҫып ҡаршыланы. Сәхнәлә уларға танылған йәмәғәт эшмәкәре Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» миҙалы һәм Еңеү символына әйләнгән француз яулыҡ тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында данлыҡлы 116-сы махсус тәғәйенләнештәге «ҡорос» бригадаһы командиры Руслан Ғарифуллиндың әсәһе лә булды.

Салауат районынан Зафира Ямалетдинова ла сәхнәлә ҡотлауҙар ҡабул итте. Ҡатын күҙ йәштәрен йәшерә алмай. Бер ай элек кенә уның улы Вәсил Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булды. Штурмлау ротаһы командиры «Алтын йондоҙҙо» ил президенты ҡулынан алды.

Ҡаһарманлыҡ, көс һәм рух ныҡлығы өлгөһө. Махсус хәрби операция башланыу менән уларҙың улдары тәүгеләрҙән булып Ватан һағына баҫа... Ил мәнфәғәтен яҡлап һәләк булыусылар ҙа бар. Әсә йөрәге тормош һынауына бирешмәй. Тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән ил терәгенә әйләнә. «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» проектында ҡатнашҡан һәр әсә көндәлек эше менән замандаштарының ихтирамын яулаған.

Махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостанда йәшәүсе гүзәл заттар ирекмәнлек эшенә әүҙем ҡушылды. Маскировка селтәрҙәре үреү, йылы кейемдәр тегеү, окоп шәмдәре эшләү, алғы һыҙыҡҡа тиклем гуманитар ярҙам оҙатыу-ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарҙың ныҡлы тылына әйләнде. Изгелек хәрәкәте көндән-көн яңы йөҙҙәр менән тулыланып, тағы ла көсәйә.

«Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» конкурсының абруйы йылдан-йыл күтәрелә, Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылыуы, федераль кимәлдә ҡунаҡтар саҡырылыуы сараның бәҫен һәм мәртәбәһен тағы ла арттыра. Ойоштороусылар ҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың дәрәжәһен күтәреп, йәмәғәт эшен әүҙемләштереүҙе, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Конкурс «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһы һәм Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында үтә.

Унынсы тапҡыр уҙғарылған конкурста Түбәнге Новгород, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Марий Эл, Татарстан, Удмурт республикаларынан, Краснодар һәм Пермь крайҙарынан, шулай уҡ Мәскәүҙән ҡатнашыусылар булған. Сит тарафтарҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙ берләшеп, үҙ төбәктәрендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтергә ҙур өлөш индерә.

«Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» конкурсы еңеүселәре барлығы һигеҙ номинацияла иғлан ителде. Баһалама комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, йылдан-йыл ҡатнашыусылар географияһы киңәйә, тәҡдим ителгән заявкалар сифаты ла арта.

Күләмле бәйге төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе. Еңеүселәр араһында уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар. Фиҙаҡәр хеҙмәт менән уңыш ҡаҙанған гүзәл заттарға диплом, кубок, бағыусыларҙан бүләктәр тапшырылды. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла әүҙем йәмәғәт эше алып бара, илһөйәрлек сараларында ҡатнаша.

Сәхнәлә эшҡыуарлыҡ алып барған гүзәл заттар ҙа тәбрикләнде. Әбйәлил районынан Гөлнара Әминева мәрхәмәтлек эшенән айырылғыһыҙ. Муниципалитетта мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төрлө хәйриә саралары ойоштора, һәләтле уҡыусыларға адреслы ярҙам күрһәтә.

Бүләкләү тантанаһында ағинәйҙәр, ҡул эштәре оҫталарын да ҙурланылар. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән тап улар маҡсатлы эш алып бара. Сәғиҙә Йәнбирҙинаның оҫталығы халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа дипломдар менән билдәләнгән.

«Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» конкурсы еңеүселәренә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменән дә ҡотлау һүҙҙәре еткерелде. Республикала бөгөн 200 меңдән ашыу балалы ғаиләгә комплекслы социаль ярҙам саралары күрһәтелә. Йылдан-йыл күп балалы ғаиләләр артыуы күҙәтелә.

Тантанала әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған бер төркөм гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды. 94 йәшен тултырған Ләлә Биишева «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Асия Ғәйнуллина ла юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Башҡорт халыҡ ижадын төплө өйрәнгән, традицион милли кейем оҫтаһы, йыраусы буласаҡ ул халыҡ һөйөүен яулаған шәхес. Шулай уҡ Асия Солтан ҡыҙы Милләт әсәһе исеменә лә тәүгеләр иҫәбендә лайыҡ булған.

Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт программаһы гүзәл заттарға хөрмәт билдәһе булды. «Торатау» Конгресс-Холлы фойеһында ҡул эштәре, милли кейем, биҙәүестәр күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Шулай уҡ «Әсә һүҙе» тип исемләнгән китаптың исем туйы үтте.«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы һәм «Бәхет биләмәһе» фонды башланғысы менән донъя күргән яңы йыйынтыҡта махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың әсәләре һәм тол ҡатындарының шиғырҙары урын алған. Ижади проектты тормошҡа ашырыу буйынса эш артабан да дауам итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ