Республика “Профессионалдар” чемпионаты хәрәкәтендә алдынғылар исемлегендә

Башҡортостан командаһы Рәсәйҙә тәүге ун командаға инә. Былтыр студенттар 40-тан ашыу миҙал яулаған. “Был күрһәткес урта һөнәри белем биреү өлкәһендә кадрҙар әҙерләү юғары кимәлдә булыуын иҫбатлай”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Республика башлығы “патриот” паркында чемпионат лидерҙары менән осрашты.

Республика “Профессионалдар” чемпионаты хәрәкәтендә алдынғылар исемлегендә

“Патриот” паркында үткән сарала һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңгән 150 студент ҡатнашты. Улар тиҙҙән төбәк-ара чемпионатта республика данын яҡлай. Башҡортостанда 90-дан ашыу колледжда 120 мең ҡыҙ һәм егет белем ала. Белем биреү учреждениеларын яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә, ти республика Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

Республика “Профессионалдар” чемпионаты хәрәкәтендә алдынғылар исемлегендә

30 апрелдә Рәсәйҙә профессионалдар чемпионатының төбәк-ара этабы еңеүселәре асыҡлана. Артабан финалистар Бөйөк һәм Түбәнге Новгород, Калуга, Санкт-Петербург предприятиеларҙа һынау үтә.

Фото №1 - Республика “Профессионалдар” чемпионаты хәрәкәтендә алдынғылар исемлегендә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ