AY YOLA төркөмөнөң “Һомай” клибы халыҡ-ара премияға дәғүә итә

Ул Берлинда үткән фестиваль исемлегенә индерелгән, “Иң яҡшы” йыр категорияһына ҡуйылған. Йыр клиптары конкурсы 2013 йылдан башлап ойошторола. Ул төрлө илдәрҙә ижад иткән режиссер, музыкант һәм продюсерҙарҙы берләштерә. “Был конкурста ҡатнашыу беҙҙең өсөн үтә лә мөһим. “Урал батыр” эпосын һәм Башҡортостанды танытыу - төп маҡсатыбыҙ булып ҡала. Республикабыҙҙы күберәк кешеләр белә икән, был беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Клиптарҙы ҡараған, улар менән бүлешкән, беҙҙең хуплаған тамашасыларға ҙур рәхмәт” , - тип белдерә төркөм музыканттары социаль селтәрҙә.

Фото №1 - AY YOLA төркөмөнөң “Һомай” клибы халыҡ-ара премияға дәғүә итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ