Башҡортостанға ҡотороуға ҡаршы вакцина килтерелгән

6 мең дана препарат бар, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Прививка келәттә һаҡлана. Ул заявка буйынса тиҙ арала медицина учреждениеларына ебәрелә.  Былтыр республикала ҡотороу сиренән 2 кеше үлгән. Уларҙың береһе 9 йәшлек бала. Республика инфекция дауаханаһы белгесе Надежда Байметова белдереүенсә, һәләк булған малайҙы урамда бесәй тешләгән. Ата-әсәһе яраға иғтибар итмәгән. Дауаханаға һуңлап мөрәжәғәт итеүгә бәйле, табиптар баланы ҡотҡара алмаған. Быйыл ҡотороуҙан 1 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ул да бесәйҙән зыян күргән. Эт йәки бесәй тешләһә, шунда уҡ табибҡа күренергә кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостанға ҡотороуға ҡаршы вакцина килтерелгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ