Эксперттар бындай һөҙөмтәләрҙе төбәк етәкселегенең был йүнәлештәге эҙмә -эҙлекле эше менән бәйләй. Дөйөм алғанда, һуңғы 6 йылда төбәктә инвестицияларҙың үҫеш темптары Рәсәйҙекенән юғарыраҡ булыуы күҙәтелә. Республикала бизнесҡа ярҙам хаҡында Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Рейстар тамамланғандан һуң ҡунаҡханаға йәйәүләп барып етергә була. Ҡунаҡхана менән аэропорттың бер биләмәлә урынлашыуы бөтәһе өсөн дә уңайлы. Исеме есеменә тап килеп торған «Небоарт» ҡунаҡханаһы былтыр йәй үҙ ишектәрен асты. Бында айына 3 меңдән ашыу ҡунаҡ ял итә. Улар пассажирҙар һәм экипаж ағзалары.
Биш йыл элек был проект «Инвестиция сәғәте»ндэ хупланды һәм өҫтөнлөклөләр исемлегенә инде. Инвестициялар күләме миллиард ярым һумдан ашыу тәшкил итә. Төбәк өсөн был яңы эш урындары, ә инвесторға-республиканың мөлкәткә биргән һалым ташламаһы.
Был төбәк етәкселегенең ошо йүнәлештәге системалы эш һөҙөмтәһе.Башҡортостан былтыр инвестициялар йәлеп итеү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге исемлегенә инде.
Эксперттар бындай ҡаҙанышты үҫешкән инфраструктура-юлдар, логистик үҙәктәр, индустриаль парктар һәм сәнәғәт кластерҙары төҙөлөшө менән бәйләй. Быға шулай уҡ Республика Башлығы үткәргән инвестиция сәғәттәрендә тикшерелгән йәлеп итеүсәнлек һәм ярҙам саралары өҫтәлә.
Башҡортостандың инвестиция порталы уңышлы эшләй. Был берҙәм һанлы платформа. Ул инвесторҙар һәм эшҡыуарҙар өсөн тәғәйенләнгән бизнес һәм властың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен күрһәтә.. Ул «электрон ярҙамсы» һәм «берҙәм тәҙрә» булараҡ эшләй.Бындай ҡарарҙар Башҡортостанды бизнес өсөн ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡлы итә.
Һуңғы ете йылда Башҡортостан юғары темптар менән үҫешә. Был бөтә Рәсәйгә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Иҡтисадҡа 3,5 триллион һум аҡса идерелгән. Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү буйынса 13 урынға күтәрелгән.
Гүзәл Борханова



