Уҙған йыл менән сағыштырғанда, быйыл ҡыр эштәренә 200 берәмеккә күберәк сәсеү һәм ер эшкәртеү агрегаттары йәлеп ителәсәк. Техника паркын яңыртыу сәсеү кампанияһын һөҙөмтәле һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үткәрергә мөмкинлек бирә. Был хаҡта Өфөлә үткән агроконференцияла вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
Аграрийҙар уңайлы һауа шарттарында яҙғы сәсеүҙе 2 аҙна эсендә теүәлләргә ниәтләй. Ергә төшкән орлоҡ тиҙерәк шытып сыҡһын өсөн дымды ҡыҫҡа ваҡытта ҡаплау мөһим, тине аграр ведомство етәксеһе. Ул шулай уҡ ашлама һатып алыуҙы тиҙләтергә кәңәш итте. Был шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдарына ла ҡағыла. Ә инде орлоҡ менән хужалыҡтар етерлек күләмдә тәьмин ителгән. Дөйөм алғанда, республикала сәсеү кампанияһы быйыл 32 миллиард һумға төшәсәк.



