Бөгөн Өфөгә ил президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров килде. Ул һәм Республика Башлығы Радий Хәбиров Кузнецов Затонында 164-се Мәғариф үҙәгендә булды. Уҡыу йорто 2 мең 200 балаға иҫәпләнгән. Бөгөн бында 1 мең 339 уҡыусы белем ала. Радий Хәбиров һәм Игорь Комаров хәүефһеҙлек системаһына иғтибар итте. Мәктәпкә контроль-үткәреү пункты аша ғына инеп була. 176 видокамера, полиция менән элемтә булдырылған. Мәктәптә 4 спорт һәм бер тамашасылар залы бар. Дизайн, фото һәм кино төшөрөү, театр студиялары, нәшриәт үҙәге, робототехника кабинеты, ағас, металл, туҡыма эшкәртеү, аш-һыу әҙерләү бүлмәләре ҡаралған. Уҡыу йорто янында йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн биләмә, сәскә түтәлдәре, ял зоналары бар.




