Халыҡты мутлашыуҙың яңы ысулы тураһында иҫкәртәләр

Фатирға килгән кеше танытмаһын күрһәтә, йортта иҫәпләү ҡоролмалары алмаштырыуы тураһында  хәбәр итә. Ҙур штраф  менән янай. Хаҡын онлайн түләргә тәҡдим итә. Ғәмәлдә иһә бындай эштәр ҡаралмаған, аҡса мутлашыусыларға күсә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, планлы эштәр тураһында мәғлүмәт идарасы компания сайтында урынлаштырыла. Диспетчерға шылтыратып та белешергә мөмкин. Коммуналь түләүҙәр квитанция  буйынса ғына башҡарыла.

Фото №1 - Халыҡты мутлашыуҙың яңы ысулы тураһында иҫкәртәләр
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ