Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов ошо турала документҡа ҡул ҡуйған. Исемлектә һырлан, Сосновский балтырғаны, ялбыр арпа һымаҡ үҫемлектәр бар. Улар айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә асыҡланырға һәм юҡ ителергә тейеш. Быға тиклем республика парламенты етәксеһе Константин Толкачев билдәләүенсә, бындай үҫемлектәр биләмәләрҙә тиҙ тарала, айырыуса һаҡланған үҫемлек төрҙәрен юҡҡа сығарыуы мөмкин.




