Игорь Комаров "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эшмәкәрлеге менән танышты

Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Ул эш сәфәре менән Өфөгә килде. Уҙған йылдың декабрендә  фонды филиалы яңы  бинала урынлашты. Бөгөн бында 130 социаль координатор эшләй. 130  меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән, уларҙың күбеһе эшкәртелгән. - Фонд филиалы эше менән яҡшы танышбыҙ. Республика властары иң мөһим мәсьәләгә - яугирҙар ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә  айырыуса иғтибар бирә. Бында  эш яҡшы ойошторолған, - тине Игорь Комаров. Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында  хәстәрлек өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып ҡала. 2026 йыл аҙағына тиклем һәр район һәм ҡалала  Яугирҙарға ярҙам үҙәге булдырыла.

Фото №1 - Игорь Комаров "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эшмәкәрлеге менән танышты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ