Һөйөнөслә яңылыҡ менән социаль селтәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. 2 еңеүсе һәм 12 призер. Дипломдар һаны буйынса республика Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән генә ҡалышып илдең тәүге 3 субъекты иҫәбенә инде. Химиктар йыйылма командаһын Тимур Маннанов менән Вадим Харисов етәкләй. Билдәле булыуынса, Вадим үҙе лә күптән түгел химия буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе булды. Ә хәҙер йәш быуынды олимпиадаларға әҙерләнергә ярҙам итә. Төбәк башлығы балаларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе юғары ҡаҙаныштары менән ҡотлап, киләсәккә яңы уңыштар теләне.



