Өфөнөң Калинин районында 80-дән ашыу участканы һыу баҫҡан. Был Юрмаш йылғаһы янындағы баҡсасылыҡ ширҡәттәре.
Зыян күргән биләмәләр араһында Ринат Ғилметдиновтың участкаһы ла бар. Һыу ағымын ул көрәк менән йырып үткәреп ебәргән. Йорттарҙа әлегә ҡоро, әммә ихаталарҙа итекһеҙ йөрөү мөмкин түгел. Калинин районының был өлөшөндә бөтәһе 11 баҡсасылыҡ ширҡәте иҫәпләнә. Һыу уларҙың дүртәүһенә ингән. Һыу баҫҡан 86 участкала 37 кеше, шул иҫәптән ете бала йәшәй.
Әгәр һыу өйҙәргә яҡынлаша башлаһа, халыҡты эвакуациялау ҡаралған. Бының өсөн 78-се мәктәп базаһында ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, оло һыуҙың иң юғары кимәле кисә Юрмаш йылғаһы кинәт күтәрелгәндә теркәлә.Ҡотҡарыусылар тиҙ арала урынға экскаватор йүнәлтә. Әле яр буйына тупраҡ ташылған, йылға үҙәнен таҙартыу бара. Хәл айырым контролдә тотола.



