Республиканың төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Ул 30 апрелгә тиклем ғәмәлдә була. Сикләүҙәр бөтә ауыр транспортҡа ла ҡағылмай. Тейешле рөхсәт ҡағыҙы булғандар юлын артабан дауам итә ала. Юғиһә, штраф һалыныуы ихтимал. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Транспортҡа тейәлгән йөктөң күпме тартыуы, уның һәр күсәренә төшкән ауырлыҡ-бөтәһе лә рентген аппаратындағылай үлсәүгә инеү менән компьютерҙа күренә. Эш тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған. Әгәр ҙә йөк машинаға бар талаптарға тура килтерелеп тейәлгән икән, тикшереү ике минуттан да артмай.
Башҡортостанда бөгөндән ай аҙағына тиклем йөк автомобилдәре өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде. Уға ярашлы ауыр транспортҡа республика юлдары буйлап йөрөү тыйыла. Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа автомобилдең ауырлығы 10, муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа 6 тоннанан артыҡ булырға тейеш түгел.
Сикләүҙәр ҡыштан һуң юл ҡатламын һаҡлау өсөн индерелә. Әле республикала йөк ауырлығы һәм автомобилдең ҙурлығын үлсәүсе тиҫтәнән ашыу ҡоролма ҡуйылған. Саманан тыш тейәлгән йөк өсөн штрафтар юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола.
Азат Ғәлиуллин



